Ул быйыл яҙ алынған грант аҡсаһына ҡуйыла. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.
Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, «Смарт-баҡсасы» форумында республиканың коммерцияға ҡарамаған иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәтенә 500 мең һумлыҡ 10 сертификат тапшырылды.
Төҙөләсәк майҙансыҡҡа аҡсаның бер өлөшөн баҡсасылар үҙҙәре, шул иҫәптән күрше ширҡәттәр ҙә һалған. Уйын майҙаны яҡын-тирәлә урынлашҡан бөтә баҡсаларҙың балалар өсөн асыҡ буласаҡ. Киләһе йылда гранттар һанын 20-гә тиклем арттырасаҡбыҙ, тигән Башҡортостан башлығы. Былтыр баҡсасылыҡ ширҡәттәренә республика бюджетынан 600 миллиондан ашыу аҡса йүнәтелгән. Дәүләт ярҙамында юлдарҙы ремонтлау, электр, газ, һыу һәм янғын хәүефһеҙлеге системаларын яҡшыртыу, шулай уҡ транспорт менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр хәл ителә.
Тәүге гранттар ярҙамында республиканың 10 баҡса ширҡәте яңы һулыш алды. Сертификат алыусыларҙың тәжрибәһе башҡаларҙы ла ҡыҙығһындыра. Шуға ла киләһе йылда грантар һаны тағы ла артырыла. Әллеге ваҡыта баҡсасылар сираттағы форумға әүҙем әҙерләнә.