Быйыл ноябрҙә Өфө 6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡабул итә

Оло йыйынға әҙерлек барышы Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов рәйеслегендә уҙған кәңәшмәлә тикшерелде. Сарала төрлө министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 5 йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Башҡарма комитет вәкилдәре әйтеүенсә, был юлы эшлекле форматҡа өҫтөнлөк бирелә. Ҡоролтай сиктәрендә тарихи, этносәйәси һәм социаль-демографик мәсьләләр буйынса фәнни форум үткәреү күҙаллана. Фекер алышыуҙарҙа билдәле ғалимдар ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәренең әүҙем йәштәре менән форум планлаштырылған. Әле ойоштороу комитеты формалаштырылған, муниципаль берәмектәрҙә һайлап алыу конференциялары үткәрелгән. Азат Шамил улы делегаттар составына махсус хәрби операция ветерандарын индерергә тәҡдим итте. Кәңшәмлә ҡатнашыусылар фекеренсә, исемлеккә яугирҙарҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләрен, тормош иптәштәрен дә индерергә мөмкин. 6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 700-ҙән ашыу делегат һайланған, йәғни 2 мең башҡортҡа бер делегат тура килә. Улар Башҡортостандың ҡала-райондарынан, ил субъекттарынан һәм төрлө дәүләттәрҙән килә.