Ул кешеләргә бушлай аҙыҡ алырға йәки, киреһенсә, артығын бүлешергә ярҙам итә. Бөгөн бүлеү үҙәгенең баш офисы асылды. Аҙыҡ-түлек ошонда тупланасаҡ. Уларға башлыса 65 йәштән өлкәндәр, яҡын туғандары булмағандар һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр мохтаж. Социаль проекттың төп лозунгы «Бүлешеү мөһим» тигән тәрән мәғәнәгә эйә. Сарала ҡатнашыусыларҙы «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова тәбрикләне. Ул ауыр хәлдә һәр кем ҡалырға мөмкин һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән тартынырға кәрәкмәй, тип айырым билдәләне. Каринэ Владимировна проектҡа ярҙам итергә әҙер булған мөмкин тиклем күберәк кешенең ҡушылыуын теләне.
Үҙәктең төп офисы Зорге урамы, 5 адресы буйынса урынлашҡан. Быйыл июндә Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе бүлеү үҙәге, келәт һәм административ пункт өсөн 526 квадрат метр майҙан бүлгән. Ул ҡаланың төп магистралдәренең береһендә урынлашҡан, транспортта барып етеү өсөн уңайлы логистикалы. Тағы ла бер бүлеү үҙәге тиҙҙән Черниковкала эшләй башлай. Аҙыҡ-түлек келәттә оҙаҡ ятмай. Башлыса, бакалея, ярма, сәй, шәкәр, ультрапастеризацияланған һөт. Аҙыҡ-түлекте ирекмәндәр пакеттарға туплаясаҡ. Тәүге аҙыҡ-түлек комплекттарын мохтаждарға дүшәмбе көн тапшырырға ниәтләйҙәр.