Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы уңышлы эшләп килә

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы буйынса түләүҙе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға - йорт, фатир, өй төҙөү өсөн участка һатып алыуға һәм төҙөлөшкә тотонорға мөмкин. Шулай уҡ 1 миллион һумға автомобиль һатып алырға, юғары йәки өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡып сығырға була. Был программа менән Ейәнсура районынан 7 тренер файҙаланған. Уларҙың береһе менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.

Фәнис Сөләймәнов - баскетбол буйынса тренер. Иҫәнғол ауылының «Сая» балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ул ике төркөм, йәғни 30-ҙан ашыу малайға туп менән уйнау серҙәрен аса. Уның һүҙҙәренсә, яҡшы һөҙөмтәләрҙең нигеҙе - тырышлыҡ. Шуға күрә йәйге каникул ваҡытында ла күнекмәләр туҡтатылмаған. Әйткәндәй, Фәнис Салауат улы тыуған яғына эшкә ҡайтып, «Ауыл тренеры» программаһы менән файҙаланған.

Заманса майҙансыҡта тренировкалар аҙнаһына бер нисә тапҡыр үткәрелә, августан күнекмәләрҙе арттырасаҡбыҙ, ти тренер. Сөнки уҡыу йылы башланыу менән командаларҙы ярыштар көтә. Унда уйынсылар Ейәнсура районы исеменә тап төшөрмәҫкә тырыша. Иң ҙур еңеүҙәренең береһе - ул «Ҡыҙғылт-һары туп» чемпиондар лигаһында ҡатнашыу. Борай районында үткән ярышта улар беренсе урынға өлгәшкән.

«Ауыл тренеры» программаһы Башҡортостанда тәүге тапҡыр республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылда эшләй башланы. Ауыл ерендә эшләүсе спорт өлкәһендәге белгестәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән программа хәҙер Рәсәйҙең 24 төбәгендә тормошҡа ашырыла. 2023 йылдан компенсация күләме 600 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Ошо ваҡыт эсендә Ейәнсура районынан ете белгес ярҙам менән файҙаланған да инде. Улар милли һәм спорт көрәше, баскетбол, волейбол, лапта, йөҙөү буйынса ике тренер.

«Ауыл тренеры» программаһы ярҙамында Ейәнсура районында ғына түгел, республиканың башҡа мөйөштәрендә лә спорт өлкәһе яңы һулыш ала. Тренерҙар ауыл еренә күсә, унда йәшәй башлау өсөн аҡсалата ярҙа алып спорт төрҙөрен үҫтерә. Балалар ҙа бушлай шөғөлләнә ала. Йәш спортсылар үҙ сиратында һынатмай республика һәм халыҡ-ара ярыштарҙа уңыштар күрһәтә.

Әлфинә Килдейәрова