Башҡортостанда урып - йыйыу кампанияһы башланды

Тәүге мең тонна уңыш йыйып алынған да инде. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. «Ураҡ эштәренә республиканың көнбайыш райондары тотонған. Көньяҡта һәм Урал аръяғында әлегә ямғыр яуа. Дөйөм алғанда, йыл ғәҙәти булмаған, климат шарттары буйынса ҡатмарлы килә.

Бөгөн ужым культуралары һуғыла, ул быйыл 380 мең гектар тәшкил итә. Яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын 1 миллион 300 мең гектар майҙанда йыйып алырға кәрәк. Тағы ла 480 мең гектарҙы майлы культуралар, 58 мең гектарҙы шәкәр сөгөлдөрө, 3 мең 400 гектарҙы картуф һәм йәшелсә биләй. Йола буйынса урып-йыйыу эштәрен «Баҫыу көнө» республика семинары менән билдәләйбеҙ. Сара бөгөн Нуриман районында үтә. Барыһына ла уңыштар!», тип яҙған Башҡортостан башлығы.