Магистраль үткән быуаттың етмешенсе йылдарында сафҡа индерелгән һәм һуңғы тапҡыр 1995,2004 йылдарҙа ремонтланған. Шуға күрә был сара мәжбүри. Йылытыу торбалары йылы һыуҙы туҡтатмайынса башҡарыла. Ул эргә-тирәләге 256 объектты тәьмин итә. Яңы торбалар иһә кәм тигәндә утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт итәсәк. Әле Әй урамы 8-се март урамынан алып Октябрҙең 50 йыллығы урамына тиклем өлөшләтә ябылған. Өс һыҙат ике һыҙатҡа тиклем тарайтылған. Эштәр август уртаһына тиклем тамамланасаҡ.