«Асыҡ күк йөҙө» тип исемләнгән сарала ретро-самолёттар күргәҙмәһе, төрлө быуын вәкилдәре өсөн уйындар һәм конкурстар ҡаралған. Шулай уҡ йылдағыса һауа программаһы ла ойоштороласаҡ. Быйыл тамашасы алдында ҡатын-ҡыҙҙар зачетында ете тапҡыр абсолют донъя чемпионы, Гиннессың рекордтар китабына индерелгән Светлана Капанина сығыш яһай.