Ейәнсура районының Сөләймән Абдуллин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе яңы музыка ҡоралдары менән тулыланды. Яңы музыка ҡоралдарынан көйҙәр ҙә моңлораҡ яңғырай, ти уҡыусылар. Дәрестәр хәҙер өр-яңы рояль, аккустик һәм һанлы пианино артында үтә. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә музыка мәктәбенә тағы ла баян, аккордион, гитара, домбра һатып алынған. Тынлы инструменттар менән шөғөлләнеүселәр ҙә ситтә ҡалманы. Мәктәп фонды саксафон, флейта һәм кларнет менән тулыланған. Шулай уҡ мебель һәм уҡыу әсбаптары яңыртылған.
Иҫәнғол ауылындағы Сөләймән Абдуллин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбенә «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы капиталь ремонт та яһалған. Заманса шарттар булдырыу мәктәпкә уҡытыусыларҙы ла йәлеп итә. «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса һынлы сәнғәт дәрестәрен уҡытырға йәш белгес эшкә ҡайтҡан. Шулай уҡ республика ярҙамында Ейәнсура районының мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙең барыһына ла иғтибар бүленә. Атап әйткәндә, милли проект сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йорттарында ремонт эштәре бара.