Улар «Орленок» балалар һауыҡтырыу лагерына ҡунаҡҡа барҙы. Һаулыҡтары буйынса мөмкинлеге сикле балалар өсөн бер көнлөк ял. “Орленок”та улар тиҫтерҙәренең мөхитенә тиҙ ҡушылды: гитарала моңло йырҙартыңланы, дәртле бейеүҙәр ҡараны. Талкаҫ күле буйлап виртуаль экскурсия үтте. Ямғырлы һауа торошо ла уларҙың кәйефен һис төрөшмәне.
«Орленок»тың 2-се сменаһында 200 бала ял иткән. Лагерҙағы тәрбиә эштәре тыуған ил, ғаилә, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек ҡиммәттәренә ҡоролған. Планға ярашлы улар сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле балалар менән дә осрашты.
«Беҙ бергә» сараһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы сиктәрендә үтте. Ҡунаҡтарҙың шат йөҙҙәре осрашыуҙың матур үтеүенә дәлил.
Рүзилә Ғүмәрова