Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты. Бөгөн Республика етәксеһе Шишмә районы “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркында семинарҙа сығыш яһаны. Унда 15 райондан ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Ошондай осрашыуҙар даими ойошторолоп килә. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә төп баҫымды яһаны, шулай уҡ социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр күтәрелде. Республика Башлығы халыҡ менән аралашыу һәм кешеләр үтенестәрен ишетеү кәрәклеген белдерҙе. Радий Хәбиров туризмды үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бирергә саҡырҙы. Күпселек ҡалалар һәм райондарҙа бренд саралары даими ойошторола. Республикаға туристар ағымы ла арта. Туризм яҡшы табыш килтерә һәм төбәкте киңерәк танытырға мөмкинлек бирә. Радий Хәбирор мутлашыусылар менән көрәш темаһына ла туҡталды. Ул ауыл биләмәләре башлыҡтарына халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барыу мөһимлеген билдәләне.