Башҡортостан башлығы ауыл биләмәләре башлыҡтарының зона семинарында ҡатнашыусылар менән осрашты

Шишмә районында ойошторолған сараға республиканың 15 төбәге вәкилдәре йыйылды. Быйылғы осрашыу «Патриот» паркы биләмәһендә ике көн дауам итә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн төп бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Республика хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Тағы ла бер мөһим бурыс - урындарҙа тотороҡло социаль-иҡтисади хәлде тәьмин итеү. Бының өсөн артабан да иҡтисадты нығытырға, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итергә, инвесторҙар менән эшләргә кәрәк. Радий Хәбиров эске туризмды үҫтереү мәсьәләһенә лә туҡталды. Муниципалитеттар ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү өсөн тейешле инфраструктураны булдырырға бурыслы.

Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтарының ижтимағи-сәйәси эшкә лә ҙур иғтибар бүлергә тейешлеген билдәләне. Иң мөһиме, халыҡ менән даими аралашыу, һорауҙарға түҙемле яуап биреү һәм буш вәғәҙәләр бирмәү. Осрашыу барышында Башҡортостан етәксеһе ауыл биләмәләре башлыҡтарының юлдарҙы ремонтлауға, сүп-сар сығарыуға, ағас эшкәртеүгә һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе. Радий Хәбиров шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтарынан халыҡ төрлө алдаҡ схемаларға ышанмаһын өсөн улар менән даими эш алып барыуҙарын һораны.