Башҡортостандың георафик үҙәгендә урынлашҡан ауылдан яугирҙарға тыл ярҙамы. Ғафури районы Ерек ауылында йәшәүсе ирекмәндәр алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға маскировкалау селтәрҙәре үрә башлаған. Тилбер ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн һалған хеҙмәте хаҡында киләһе яҙмала.
Ауыл клубы бинаһына көн һайын иртәнге сәғәт унға ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар килә. Әлегә улар икәүләп кенә алғы һыҙыҡта яуҙа йөрөгән ауылдаштарына маскировка селтәрҙәре үрә. Гөлшат Дәүләтова менән Рима Шәмсетдинованың ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Йорт-ҡура тирәһендә эштәрен теүәлләү менән улар ошо бүлмәлә Еңеүҙе яҡынайтыуға кәрәкле булған эш менән мәшғүл.
Маскировка селтәрен үреү өсөн станокты ауылдаштары Сәғит Мәмбәтов ҡороп биргән. Ишеү өсөн материалдар Родина ауылында йәшәүсе Любовь Вечеринан алынған. Әйткәндәй, ауыл һайын йөрөп маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргәне, файҙалы һәм кәрәкле ҡул эшенә өйрәткәне өсөн яҡташтары Любовь Владимировнаға рәхмәтле. «Беҙҙең ҡул көсө, йөрәк йылыһы һалып үргән селтәрҙәр, дошман дрондарынан һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлаусы ҡалҡан булһын» тиҙәр Башҡортостандың георгафик үҙәге- Ерек ауылында йәшәүселәр.
Маскировка селтәрҙәре үреүгә тиҙҙән ауылдың башҡа ҡатын-ҡыҙҙары ла ҡушыласаҡ. Һаҡлыҡ сараһы булараҡ хеҙмәт итәсәк 18 квадрат метрлығындағы маскировка селтәре имсәк балаһы ҙурлығындағы төргәккә әүерелә. Төргәк тышында: «Һалдаттарға Башҡортостандың георафик үҙәгендә йәшәүселәрҙән» тигән юлдар ҙа бар.
Гүзәл Борханова