Июлдә Башҡортостанда баҡса культуралары - ҡарбуз һәм ҡауын һатыу әүҙемләшә. Халыҡ уны йәйге эҫелә күпләп ала. Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе белгестәре иҫкәртеүенсә, баҡса культуралары ҡулланыуҙың иң яҡшы ваҡыты - август аҙағы, сентябрь башына тура килә. Иртә өлгөргән емештә нитраттар күп булыуы мөмкин. Организмда был матдәләр канцерогендарға әйләнә, улар ағыуланыуға килтерә.