Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур байрамды көтөп, магазиндарҙа Өфө символикаһы менән сувенирҙар ассортименты тулылана.
Сараға әҙерлек сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса рәсми брендбук эшләнде. Уны булдырыр өсөн Республиканың ҡала һәм ауылдарҙы үҫтереү институты дизайнерҙар араһында конкурс ойошторҙо. Раҫланған проектта башҡорт орнаменты менән геометрик билдә, ҡала объекттарының стилизацияһы, карта һәм герб төшөрөлгән. Өфөнөң төрлө предприятиелары рәсми брендбукка ярашлы әйберҙәр сығаралар. Был дизайн сувенирҙарҙа ғына түгел, шулай уҡ байрам майҙансыҡтарын биҙәүҙә лә ҡулланыласаҡ.