Һуңғы биш йылда Башҡортостан файҙаланыуға тапшырылған спорт ҡоролмалары һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Әлеге ваҡытта республикала 13 меңдән ашыу спорт объекты иҫәпләнә. Шулай итеп, республика спорт ҡоролмалары һаны буйынса Мәскәүҙән һуң икенсе урында тора. Ейәнсура районында һуңғы йылдарҙа күп функциялы спорт майҙансыҡтары, ГТО нормативтарын тапшырыу биләмәһе сафҡа инә, райондағы барлыҡ спорт залдары ремонтланған. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
ГТО нормативтарын балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә әүҙем тапшыра. Ул ғына ла түгел, ейәнсуралар юғары күрһәткестәргә лә өлгәшә. Былтыр, мәҫәлән, 630 кеше ГТО һынауҙарын үткән, уларҙың 188-е алтын, 198-е көмөш билдәгә өлгәшкән. Шулай итеп, быйылғы йылдың беренсе кварталы һөҙөмтәһендә Ейәнсура районы республиканың барлыҡ муниципаль райондары һәм ҡала округтары араһында 14 позицияға күтәрелеп 42-се урында тора. Быға Иҫәнғолда асылған ГТО майҙансығы булышлыҡ итә.
ГТО майҙансығы «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» программаһы сиктәрендә барлыҡҡа килә. Был маҡсатта республика бюджетынан спорт ҡоролмаларын һатып алыу һәм урынлаштырыу өсөн 3 миллион һум аҡса бүленә. Район иһә майҙансыҡ әҙерләй һәм уға резина япма түшәй.
Был спорт майҙансыҡтары ла бер ваҡытта ла буш тормай. Әлеге ваҡытта «Сая» балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе тәрбиәләнеүселәре күнекмәләр яһай. Айырым биләмәлә шөғөлләнә башлағас, команда яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, тигән фекерҙә тренер. Улар «Ҡыҙғыл-һары туп» чемпиондар лигаһы еңеүселәре.
Йәштәрҙең спорт менән шөғөлләнеү өсөн тағы бер урыны - скейт-майҙансыҡ сафҡа ингән. Уны яңы спорт төрҙәрен үҫтереү маҡсатында төҙөйҙәр. Әле бында балалар һәм үҫмерҙәр скейт, ролик һәм велосипедтарҙа йөрөй, төрлө күнекмәләр эшләргә өйрәнә. Улар араһында ярыштар ҙа ойошторола.
«Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы Күгәрсен ауылына ла үҙгәрештәр алып килгән. Биләмә быға тиклем дә балалар һәм үҫмерҙәрҙең яратҡан уйын урыны. Тик мөмкинлектәр генә булмай. Хәҙер заманса, иң мөһиме хәүефһеҙ майҙансыҡтан малай-ҡыҙҙар өҙөлмәй.
Ейәнсура районында «Һәр баланың уңышы» проекты ла эшләй. Уның буйынса районда булған 18 спорт залына капиталь ремонт яһалған.
Әлфинә Килдейәрова