Башҡортостан ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, үҙенең күрһәткестәрен бик яҡшы үтәй. Был юғары кимәлдәге ҙур системалы эш. Мәҫәлән, төбәк йылдан-йыл торлаҡ буйынса яҡшы динамика күрһәтә. Авария хәлендәге йорттарҙы күсереү буйынса ағымдағы программаны ваҡытынан алда тамамлай. Инфраструктура менюһы ҡоралдарын ҡуллана. Был турала үҙенең телеграм-каналында Марат Хөснуллин яҙҙы. Республикаға сәфәре барышында вице-премьер вертолетта төҙөлөш объектарын ҡараны.
Эш шәмбеһе Башҡортостанды урап үтеүҙән башланды. Бер көн алда ерҙән, ә бөгөн һауанан мөһим объекттар төҙөлөшө менән таныштым, тип яҙған Марат Хөснуллин. Өфөнән М-5 федераль трассаһына Көнсығыш сығыу юлы ҡыуандырҙы. Объект ҡатмарлы һәм уникаль. Хәҙер тауыштан һаҡлаусы экрандарҙы төҙөкләндереүҙе һәм монтажлауҙы тамамларға кәрәк. Шулай уҡ Көньяҡ ҡапҡаның нисек төҙөлгәнен ҡараным. Быйыл Пугачев һәм Генерал Рыленко урамдары буйлап хәрәкәт асыу планлаштырыла. Шулай уҡ быйыл Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша күперҙә лә эштәр тамамланасаҡ. Бындай юлдар төҙөү республиканың транспорт-логистика потенциалын үҫтереү, заманса транспорт инфраструктураһын, яңы эш урындарын һәм уңайлы инвестиция мөхитен булдырыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай уҡ Стәрлетамаҡты ла урап үттек- халыҡ һаны буйынса Башҡортостанда икенсе ҡала. Комплекслы үҫеш өсөн перспективалы территорияны ҡараным. Ҡала киңлектәрен яңыртыу өсөн бик яҡшы механизм, тип яҙған Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары.