Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең һәм Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының етештереү мөмкинлеген киңәйтәсәк яңы юғары технологиялы ҡорамалдар эшенә старт бирелде. Ил кимәлендәге берҙән-бер объектты асыу тантанаһында Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов ҡатнашты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Ватан авиация двигателдәрен эшләү өсөн ҙур аҙым булыуын билдәләне. Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә тарихи ваҡиға. Киләһе йыл үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйәсәк предприятие бөгөн тантаналы шарттарҙа тағы бер корпусын файҙаланыуға тапшырҙы. Донъя кимәлендәге әһәмиәтле производство майҙансығын асыуҙа Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры ҡатнашты. Антон Алиханов предприятие коллективын яңы цех асылыуы менән тәбрикләп, уңышлы ҡаҙаныштар теләне.
Яңы участкала турбовентилятор двигателдәренең корпус деталдәренә титан һәм алюминий ҡойолмаларын газостатациялау үткәрелә. Киләсәктә гражданлыҡ авиатөҙөлөшө һәм дәүләт оборона заказдарын үтәү буйынса эштәрҙең яйға һалыныуы көтөлә. Сөнки, Рәсәйҙә бындай төр ҡоролманың булмауына бәйле, двигателдәрҙең титан өлөшөн сит илдән алырға тура килгән. Хәҙер иһә яңы технологик процесс импорттан тулыһынса баш тартырға мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә, Өфөләге предприятие сығымдарҙы ла күпкә кәметә. Ул корпорация өсөн мөһим проект тип билдәләнде.
Антон Алиханов Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең производство-уҡыу үҙәге менән дә яҡындан танышты. Урындағы шарттарҙы ҡарап, уҡыусылар һорауҙарына ла яуап бирҙе. Күгәрсен районынан Инсаф Төхвәтуллин предприятиеға күңел ҡушыуы буйынса килгән. Киләсәктә ул етештереү тармағын ныҡлап үҙләштереү маҡсатын да ҡуя.
Үҫеш өсөн урында бар мөмкинлектәр ҙә ҡаралған. Был тәңгәлдә Башҡортостанда быйылдан тормошҡа ашырылған "Башҡорт вахтаһы" программаһын иҫкә төшөрөү ҙә етә. Бөгөн республика район-ҡалаларынан йөҙҙән ашыу кеше Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән килешеү төҙөгән. Һөнәр нескәлеген белмәгәндәр урында уҡ уҡыу үтә.
Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә авиация двигателдәре эшләүҙең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Артабан, федераль министр Өфө агрегат предприятиеһы эшмәкәрлеге менән дә яҡындан танышты. Бөгөн производствоны киңәйтеү эштәре алып барыла. Гидравлика цехтарында осоу аппараттары, шул иҫәптән Йыһан өсөн көс ҡулайламалары һәм двигателдәр етештерелә. Осрашыу йомғаҡтары буйынса Антон Алиханов, Башҡортостан - Рәсәйҙең индустриаль үҫеш локомотивтарының береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һуңғы дүрт йылда сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа алдынғылыҡты биләүе ошо хаҡта һөйләй.
Азат Ғәлиуллин