Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Өфө ҡалаһының Ленин районы мобилизацияланған һалдаттарҙың позицияларына гуманитар ярҙам оҙатты. Атап әйткәндә, тәгәрмәсле мунса һәм бронялы Нива машинаһы ебәрелде. Ленин районы хакимиәте башлығы үҙе яңыраҡ Донбассҡа гуманитар ылау оҙатып барған.
Олег Котов һүҙҙәренсә, хәрбиҙәрҙең төрлө һорауҙары хәл ителә, башҡа ихтыяждары ла ябыла. Эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған халыҡ махсус саралар, маскировка селтәрҙәре, блиндаждар өсөн төҙөлөш материалдары һатып алыуҙа ярҙам итә. Внедорожниктар урындағы автосервистар булышлығында әҙерләнә.
Гуманитар ярҙамды оҙатыу сараһына «Сапа» ҡушаматлы яугир ҙа ҡатнашты. Ул Ленин районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә һәм битараф булмаған кешеләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Хәрби ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булғанй һәм әле гуманитар ылау менән бергә Донбассҡа юлланды. «Сапа» яу яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.