Йәрмәкәй районының Ҡарамалы шишмәһендә һыу кимәле күтәрелгән

Уҙған төндә ҡойма ямғыр яуыуы һөҙөмтәһендә Йәрмәкәй районының Ҡарамалы шишмәһендә һыу кимәле күтәрелгән. Ошо сәбәпле Түбәнге Ҡарамалы ауылында күпер йыуылған. Шулай уҡ 15 кеше йәшәгән һигеҙ йорт биләмәһе һыу аҫтында ҡалған. Ашығыс рәүештә урындағы халыҡты иҫкәртеү үткәрелә. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө эшләй. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, йорттарға һыу баҫыу хәүефе янамай, ауылға инеү юлдары бар. Бөгөн иртәнге сәғәт 9-ға ямғыр туҡтаған, ихата биләмәләренән һыу киткән. Райондың ғәҙәттән тыш хәлдәрен иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса комиссия ултырышы планлаштырылған.

Бөгөн Туймазы районда ла һыу кимәле күтәрелеү һөҙөмтәһендә ихаталар, гараждар һәм бер нисә йорт һыу аҫтында ҡалған. Ваҡиға урынына шунда уҡ ҡотҡарыусылар сыға. Календарҙа йәйге миҙгел булыуға ҡарамаҫтан, беҙгә ташҡын менән шөғөлләнергә тура килә. Әлеге ваҡытта халыҡты эвакуациялау талап ителмәй, - тип хәбәр иттеләр республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйына дәүләт комитетынан. Һуңғы мәғлүәмәттәргә ярашлы, яуым-төшөм туҡтау менән Туймазы йылғаһында һыу кимәле түбәнәйә башлаған.