Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң бер төркөм яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Мобилизацияланған һәм үҙ теләге менән контракт төҙөгән бер төркөм яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙар ике йылға яҡын ил алдындағы бурысын үтәй. Күптәр иҫәп буйынса өсөнсөгә отпускыла булған. «Өфө-арена» комплексы янындағы майҙандан уларҙы яҡындары оҙатты. Билдәләнгән маршрут буйынса автобустар бүленгән, кире рейста хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө ялға ҡайта.

Отпуск ваҡытында бергә хеҙмәт иткән егеттәр менән бәйләнештә булдым, барыһын да туғандарым кеүек күрәм. Бер беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, бәләлә ҡалдырмайбыҙ. Отпускыла ғаилә янында булдым, көнкүргш эштәр менән булыштым, балыҡҡа йөрөнөм.

«Гром» ҡушаматлы яугир