Академик Николай Бурденко исемендәге төп хәрби клиник госпиталдә 15 яҡташабыҙ дауалана

Яугирҙарға Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге коллективы һәм уның ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәткәрҙәре советы ағзалары килде. Республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиле Ришат Халиҡов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ әлеге мәлдә ир-егеттәргә ниндәй ярҙам кәрәклеге менән ҡыҙыҡһынды. Ул шулай уҡ Мәскәүгә яугирҙарҙы күрергә килгән яралыларҙың туғандары өсөн республика вәкиллегендә номер фонды бүленеүе тураһында хәбәр итте. Яралыларҙың туғандары тураһында хәстәрлек Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса күрһәтелә.