«Өфө» футбол клубы Беренсе лиганың икенсе матчында еңелде

Баш ҡала командаһы Түбәнге Камала урындағы «Нефтехимик» менән көс һынашты. Уйын хужалар файҙаһына 2:1 иҫәбе менән тамамланды. Осрашыуға килгәндә, 10-сы минутта иҫәпте «Өфө» клубы ярымһаҡсыһы Роман Пасевич асты. Әммә уйын аҙағында дәғүәселәр яуап тубы индерҙе, ә бер нисә минуттан Максим Шоркин үҙ командаһын алға сығарҙы. Яҡташтарыбыҙҙың баш тренеры Евгений Харлачев матбуғат конференцияһында уның тәрбиәләнеүселәре уйынды ышаныслы башлауын, әммә һуңынан үҙ көстәренә ышанысын юғалтыуын билдәләне. Киләһе турҙы Башҡортостан футболсылары 26 июлдә ситтә Калининградтың «Балтика» клубы менән үткәрә.