Йылайыр районында тиҫтәгә яҡын спорт төрө үҫешә

Тренировкалар үткәреү өсөн күп функциялы майҙансыҡтар, хоккей коробкалары сафҡа ингән. Был һәм башҡа объекттарҙы төҙөү һәр ваҡыт Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың иғтибар үҙәгендә булды. Республика етәксеһе спорт кешеләрҙә тик яҡшы сифаттарҙы ғына формалаштырыуын күп тапҡырҙар һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йылайыр районынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Илназ Хөсәйенов киләсәктә футболсы булырға хыяллана. Йәйге каникул булыуына ҡарамаҫтан көн дә тиерлек мәктәпкә йөрөй ул. Дәрестәргә түгел, ә спорт менән шөғөлләнергә. Күп функциялы спорт майҙансығы Матрай ауылында 2023 йылдың ноябрендә сафҡа ингән. Уның тап белем биреү усағы биләмәһендә урынлашыуын урындағы халыҡ ыңғай баһалай.

Комплекс «Тыуған ауылға спорт» проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ул Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Бында теләгән һәр кем килеп спорт менән шөғөлләнә ала, ләкин төп ҡулланыусылар - балалар. Матрай ауылы мәктәбендә 144 уҡыусы белем ала. Урында интернат эшләй, унда күрше ауылдарҙан 60 малай-ҡыҙ йәшәп уҡый.

Хоккей майҙансығы Юлдыбай ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә лә ҡалҡып сыға. Ләкин бында «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы»на ярашлы төҙөлә. Был маҡсатта республика, район бюджетынан аҡса бүленә. Шулай уҡ ауыл халҡы һәм бағыусылар ярҙам итә. Объектты төҙөүгә бер миллион һум аҡса сарыф ителә.

Уйынсыларға уңайлыҡтар булдырыу - көнүҙәк һорау. Ошо уҡ «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы» ярҙамында район үҙәгендәге хоккей коробкаһы эргәһендә кейенеп-сисненеү бүлмәһе төҙөлгән. Йылайыр ауылының тарихи үҙәге менән яңы микрорайонды тоташтырыусы «Голубцов» паркы ла спорт объекттары менән тулыланған. Реконструкция эше «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә 2019 йылда башланғайны. Файҙаланыуға былтыр тапшырылған. Балалар өсөн уйын, спорт, скейт майҙансығы, , амфитеатр менән сәхнә, бәүелсәктәр урынлаштырылған.

Төрлө йәштәге кешеләргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлыҡтар булдырыу - төп маҡсат. Йылар ауылының Башҡорт гимназияһы биләмәһендә ГТО майҙансығы ла эшләй башланы. Унда белем биреү усағында уҡыусылар ҙа, ауыл халҡы ла килеп күнекмәләр яһай ала. Шунда уҡ һәр кемдең йәшенә тура килгән нормативтар менән танышырға мөмкин. Республика спорт инфраструктураһын яңыртыуға ҙур иғтибар бүлгән арала яңы майҙансыҡтар район халҡын йәлеп итеүсе урын буласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова