Башҡортостан яугирҙәре һынатмай

Башҡортостандан махсус хәрби  операция урынына сираттағы гуманитар ылау барып етте. Яугирҙәргә бензин генераторҙары, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, инструмент- запчастар һәм шәхси посылкалар алып барылған. Бынан тыш, хәрбиҙәргә пилотһыҙ осоу аппараттары һәм юғары тиҙлекле мотоцикл тапшырылған.  Гуманитар конвойҙы Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов оҙатып барған. “Егеттәр тик алға барырға ниәтләнгән. Гуманитар ылау өсөн рәхмәт әйтеп ҡалдылар. Ышаныслы тыл барлығы уларға алғы һыҙыҡта ярҙам итә”, тип яҙа район башлығы.   

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Альберт Бикбулатов - сығышы менән Йылайыр районы Мәҡсүт ауылы егете. Әле яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. “Минең подразделениела яҡташтарыбыҙ лайыҡлы хеҙмәт итә. Тыуған илгә бәләкәйҙән һөйөү тәрбиәләп үҫтергән атай-әсәйемә, бөгөн һәр яҡлап ярҙам күрһәткән яҡындарыма  ҙур рәхмәт", - ти Альберт Бикбулатов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме арттырылды. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәргә бер тапҡыр 505 мең һум аҡса түләнә. Илдең Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәре менән бергә дөйөм сумма 1 миллион һум була.