Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда көслө ямғырҙар тураһында ашығыс иҫкәртеү яһаны

Иғтибар! Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда көслө ямғырҙар тураһында ашығыс иҫкәртеү яһаны. Бөгөн төндә һәм иртәгә тәүлек дауамында республикала көслө ҡойма ямғырҙар, ҙур боҙ-борсаҡ яуыуы, елдең секундына 22 метрға тиклем көсәйеүе, йәшен йәшнәүе хаҡында хәбәр итте.