Радий Хәбиров Өфөлә Геном үҙәге төҙөлөшө менән таныштырҙы

Төҙөлөш Евразия ғилми-белем биреү үҙәге - юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының икенсе сираты сиктәрендә алып барыла. Геном үҙәгендә фундаменталь һәм ғәмәли биомедицина тикшеренеүҙәре үткәреләсәк. Бында мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә дисциплина-ара проекттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Бина 4 ҡаттан торасаҡ, дөйөм майҙаны - 5 мең ярым квадрат метр. Уны иң заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк. «Бөгөн беҙ медицина, генетика һәм яһалма интеллектты үҫтереү өлкәһендәге алға китеш өсөн ҡеүәтле инфраструктура базаһын булдырабыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы үҙенең социаль селтәрҙәрендә.