Ғәҙәттән тыш хәл уҙған аҙнала Шаҡша биҫтәһендә теркәлде. Унда билдәһеҙ кеше Ҡасимов урамындағы йорт ихатаһында уйнап йөрөгән балаларға ата. Ҡыҙҙарҙың береһе йәрәхәтләнә, табиптар ҡыҙҙың аяғынан пневматик ҡорал пуляһын сығара. Хоҡуҡ һаҡсыларының кисектергеһеҙ саралар үткәреүе һөҙөмтәһендә атыусының шәхесе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә асыҡлана. Һорау алыу барышында 62 йәшлек ғәйепләнеүсе үҙенең ҡылығын шау-шыу тыуҙырған һәм уға ҡамасаулаған балаларҙы ҡурҡытырға ҡарар итеүе менән аңлата. Ғәйепләнеүсе менән тәүге тикшереү эштәре үткәрелә. Суд, тәфтишсенең үтенесе буйынса, уға һаҡ аҫтына алыу сараһы һайлана.