Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға маташҡан автомобиль бинаға бәрелгән

Сибайҙа төнгө өнгө рейд ваҡытында экипаж «Мерседес»ты туҡтатырға ниәтләй. Әммә водитель, газға баҫа. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары иномарканы эҙәрлекләй башлай. Полиция хеҙмәткәрҙәренең туҡтау тураһындағы законлы талаптарына водитель яуап бирмәй. Горький урамында ул аллеяның ҡоймаһына, һуңынан Коммунистик һәм Киров урамдары киҫелешендәге магазин бинаһына бәрелә. Руль артында 40 йәшлек урындағы кеше булып сыға.Тикшереүҙәр барышында уның эскән булыуы асыҡлана. Уға ҡарата бер нисә административ материал төҙөлгән, шул иҫәптән иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән өсөн. Автомобиль махсус туҡталҡаға оҙатылған, - тип хәбәр иттеләр төбәк дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.