Бәшмәк үҫтереү килемлеме? Был һорауға яуапты Баймаҡ районы Темәс ауылында шампиньон үҫтереүгә социаль адреслы ярҙам алыусы Марковтар ғаиләһе белә. Тулыраҡ БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
Шәхси эшҡыуарҙар Владислав менән Фирүзә Марковтар аҡ көләпә бәшмәк, йәғни шампиьон үҫтерә башлаған, әле улар тәүге уңыштарын ала. Күп сығымдар талап ителһә лә, ғаилә күптәнге хыялын тормошҡа ашыра. Финанс яҡтан дәүләт ярҙамын көтмәйенсә генә, үҙ көстәренә ышанып эш башлайулар. Был шөғөл әле киң таралмаһа ла, килемле һәм ышаныслы.
Төрлө ҡорамалдар менән йыһазландырылған 78 квадрат метрлы бина «электр яғыулыҡ» менән йылытыла, ут һәм һыу үткәрелгән. Һауаның дымлылығы һәм температура режимы һәр ваҡыт контролдә тотола, микроклиматта етешһеҙлектәр була ҡалһа киҫәтелә. Әле ҡулланышта бер генә бәшмәк үҫтереү камераһы, киләсәктә йыл әйләнәһенә уңыш алыу өсөн өсәүгә еткереү мөһим тип белдерә бәшмәкселәр.
Марковтар социаль адреслы ярҙамдың 350 мең һум аҡсаһына һыуытыу, елләтеү, йылытыу, һыу үткәреү, улгекислый газ үлсәү өсөн ҡорамалдарын һатып алынған.
Ике малай, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән йәш ғаилә шампиьон үҫтереүгә бар тырышлығын, көс-дәртен һала, бәшмәктәрҙе улар баҙарҙа, киләсәктә серитифкат алып ҙур сауҙа селтәрҙәренә, йәмәғәт туҡланыу урындарына һатыу итергә ниәтләнә.
Рүзилә Ғүмәрова