Стәрлетамаҡтан “ДДТ” позывнойлы яугир махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Госпиталдә дауаланғандан һуң ул өйөнә ҡайтҡан. Медицина комиссияһын үткәндән һуң яңынан хеҙмәттәштәре янына барырға йыйына, тип яҙа “Стерлитамаҡский рабочий” газетаһы. Уға 55 йәш, бер-нисә юғары белеме бар. Үҙе теләп махсус хәрби операцияға юллана. “Ватанды һаҡларға, һөжүм итеүҙәрҙе туҡтатырға кәрәк”, тип иҫәпләй ул. Быға тиклем водитель булып эшләгән сағында идара ителмәй үҙ яйына елдергән автобусты туҡтатып, пассажирҙарҙы бәләнән ҡотҡарып ҡала. Был хаҡта Үҙәк телевидение хеҙмәткәрҙәре килеп, тапшырыу эшләй. Андрей Малахов тапшырыуында ҡатнаша. Яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов яугиргә Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
Башҡортостанда контракт төҙөүселәргә Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме арттырылды. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәргә бер тапҡыр 505 мең һум аҡса түләнә. Илдең Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәре менән бергә дөйөм сумма 1 миллион һум була.