Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ҡораллы “Нива” машинаһы һәм тәгәрмәсле мунса әҙерләгәндәр. Был турала социаль селтәрҙә Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов хәбәр итә. Махсус йыһазландырылған транспорт ялға ҡайтҡан “Сапа” позывнойлы яугиргә тапшырылған. Тәгәрмәсле мунсаға тейәп йыуыныу кәрәк- яраҡтарынан тыш, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре, инструмент-запчастар кеүек гуманитар ярҙам оҙатыла.