Ябай ғына идея һәм дәүләт яғынан ярҙам кешенең, тотош ауылдың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә социаль контракт буйынса бизнес-проекттың уңышлы миҫалы менән тыныштырҙы. Һүҙ Ейәнсура районынан Әлфиә Ураҙаева һәм уның клининг бизнесы хаҡында бара.
Булдыҡлы эшҡыуар Иҫәнғолда пенсия таратыусы булып эшләгәндә ҡайһы бер ауылдаштарына өйҙө, участканы, йыһаздарҙы таҙартыу һәм тәртиптә тотоу еңел түгеллегенә иғтибар иткән. Шул ваҡытта ни өсөн районда клининг хеҙмәттәре күрһәткән эшҡыуарҙар булмауы тураһында уйлана башлаған. Әүҙем яҡташыбыҙ бизнес-план төҙөп, район хакимиәтендәге «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә уны уңышлы яҡлаған. Һуңынан социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу өсөн документтар тапшырған. Дәүләттең 350 мең һумлыҡ ярҙамын ҡорамалдар һәм йыуыу саралары өсөн тотонған. Радий Хәбиров хәҙер эшҡыуарҙың яңы хеҙмәттәр күрһәтергә, бер нисә хеҙмәткәр ялларға, үҙенең франшизаһын булдырырға йыйыныуын хәбәр итте һәм йәш эшҡыуарға уңыштар теләне.