Башҡортостанда йәнә һауа торошо боҙолдо

Һуңғы тәбиғәт күренеше Илеш районында шау-шыу тыуҙырҙы ла инде. Олоялан ауылы халҡы социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, эре боҙ-борсаҡ ауыл халҡының баҡсаларындағы үҫемлектәрҙе зарарлай һәм хатта транспорт саралараның быялаларын вата. Күп һанлы видеояҙмаларҙан күренеүенсә, ююлдәге һауа торошо ҡыш миҙгелен хәтерләтә. Синоптиктар фаразлауынса, алдағы көндәрҙә лә республикала көслө ямғырҙар, елдең көсәйеүе, йәшен һәм боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Һауа температураһыың 8 градус йылыға тиклем түбәнәйеүе фаразлана.