Ейәнсурала яугир ғаиләләре – иғтибар үҙәгендә

Ейәнсура районында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең ғаиләләренә, ата-әсәләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Һүрәм ауыл биләмәһендә яугирҙәр йортонда электр энергияһын экономиялау буйынса ҡоролма, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, утын килтереү яйға һалынған. "Гуманитар ылау өсөн миндектәр әҙерләнек, ауыл халҡы изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырышып тора - был беҙҙең бурыс", - ти ауыл биләмәһе башлығы Азамат Батыршин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Махсус хәрби операцияла ҡатнашысыларҙың ғаиләләре  ярҙам буйынса  Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала, телефоны: 122, өҫтәмә һан – 1, 8-347-218-19-19. Көн һайын сәғәт иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратырға була. Телеграмдағы чат-ботҡа ла яҙырға мөмкин.