Шаран районында Вәзих Сөнәғәтуллин иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Урман һаҡсыһына стела. Шаран районының Яңы Тамъян ауылында урмансы Вәзих Сөнәғәтуллин иҫтәлеге мәңгеләштерелде. Ерҙең йәшел ҡалҡанын булдырыусы уңған, эшйһөйәр урмансы иҫтәлегенә арналған тантана хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

«Хәтергә лайыҡлы дан» стелаһы урмансы исеме менән йөрөтәлгән Вәзих тауының иң юғары нөктәһендә урынлаштырылды. Уны асыуҙа Шаран район хакимиәте вәкилдәре, урмансылар, балалары һәм яҡташтары ҡатнашты. Тантаналы сараға йыйлыусылар урмансы Вәзих Хәким улы Сөнәғәтуллинды бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алды.Тантаналы митингта сығыш яһаусылар урмансының ауыл биләмәһен йәшелләндереүгә индергән тос өлөшө хаҡында бөйән итте.

Районда тәүге ҡарағай һәм ҡайын ултыртыу 1979 йылдың яҙында башланған. Яңы Тамъян ауылы янында 1982 йылда Вәзих Хәким улы етәкселегендә 43 гектар майҙанда ҡарағай үҫентеләре ултыртылған. Бер ниндәй йәшеллек тә булмаған тау хәстәрлекле ҡулдарҙа шаулап торған урманға әүерелгән.

Урмансы ғаиләһендә үҫкән балалары ла мәктәп йылдарында атайҙарына эшендә ихлас ярҙам итә. Улдарының береһе атаһы юлынан китә. Балалары изге күңелле ғаилә башлығына хөрмәт һәи рәхмәтен белдереп исемен ул үҫтергән ошо тауҙа мәңгеләштерергә ҡарар итә.

Урмансылыҡҡа фиҙәҡәр хеҙмәтен һалған Вәзих Хәким улы Сөнәғәтуллинға арналған стеланы булдырыуға матди сығымдар һәм тырышлыҡ һалған яҡташтарға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Был күркәм урын ауылдаштарҙы үҙенә тартып, артабан да фәһемле сараларға саҡырып торасаҡ осрашыу урыны буласаҡ, тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова