Баймаҡ районында Әхмәҙуллиндарҙың шәжәрә байрамы үтте

Тамыры йыраҡ ағастың ғүмере оҙаҡ. Рәсәйҙә иғлан ителгән ғаилә йылы сиктәрендә Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгәндәр үҙенең быуын сылбырын барлай. Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында ла ошондай сараларҙың береһе - Әхмәҙуллиндарҙың шәжәрә байрамы үтте.

Башҡортостандың хәҙерге Дәүләкән районы Суйынсы ауылында тыуып үҫкән Һиҙиәтулла Әхмәҙуллиндың яҙмышы 1922 йылда ҡырҡа үҙгәрә. Ғаиләһе менән бәләкәй генә ат арбаһы менән “иген үҫкән ергә тиклем” - Баймаҡ районына юл тоталар. Үрге Яйыҡбай ауылында улар балалар үҫтерә, тырышып хеҙмәт итә. Хәҙер уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре килеп ата-бабаларының йәшәгән урынын, мәңгелек йорттарын ҡараны, улар рухына ырыуҙың аҡһаҡалы Әҙеһәм Рахманғолов аят бағышланы.

Әхмәҙуллиндарҙың ҡыҙҙары Баймаҡ егеттәре менән яҙмыштарын бәйләй. Мөбинә Мәүлитова 9 сабыйға ғүмер биреп “Әсәлек даны” миҙалына эйә була. Хәҙер уның балалары әсәләренең тыуған ауылына килеп, тәүге тапҡыр шәжәрәгә йыйылған. барлыҡ туғандарына улар өлгө итеп миҙалдарын, милли кейемдәрен алып килеп йәш күрһәтәтергә булалар.

Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә фиҙәҡәр хеҙмәт иткән Әхмәҙуллиндар араһынан сыҡҡан данлыҡлы шәхестәр байтаҡ. Төрлө ергә таралған нәҫел илебеҙҙең иҡтисади үҫешендә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә, һаулыҡ һаҡлау системаһында, ауыл хужалығы, нефть эшкәртеү, машиналар төҙөү сәнәғәтендә фиҙәҡәр хеҙмәт иткән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылары менән дә лайыҡлы ғорурлана.

Усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып, самауыр сәйе ҡайнатып, ҙур табын ҡорҙо Әхмәҙуллиндарҙан сыҡҡан ғаиләләр. Бер-береһе менән яҡындан танышып, аралашып, туғанлыҡ ептәрен асыҡланы. Шәжәрә байрамының иң төп асылы ла шул - нәҫел тамырҙарын һаҡлау, уны юғалтмай киләсәк быуынға еткереү.

Рүзилә Ғүмәрова