Башҡортостанда яраланып ҡайтҡан яугирҙәрҙең йорттарында уңайлы шарттар булдырыла

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә торлаҡ биналарын яраҡлаштырыу өсөн ярҙам күрһәтә. Әле республикала 20-нән ашыу яугирҙең йортонда шарттар яҡшыртыла. Өфө ҡалаһында, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Стәрлетамаҡ һәм Миәкә райондарында биш ветерандың йәшәгән урынын яраҡлаштырыу буйынса эш бара. “Ошо көндәрҙә 9 ғариза үҙәк аппаратта ҡарала”, - ти “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

      

Махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан яугирҙәр йәмәғәт тормошона ла йәлеп ителә. Адаптив спорт менән шөғөлләнеү өсөн саралар күрелә, тип дауам итә Гөлнур Ҡолһарина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы Өфөлә Минһажев урамы, 107-се йортта урынлашҡан. Район һәм ҡалаларҙа социаль координаторҙар эшләй.