Башҡорт дәүләт аграр университеты белгестәре инкубаторҙарҙа мал үрсетә

Башҡорт дәүләт аграр университетының прогрессив технологиялар, эмбриология һәм генетика үҙәге белгестәре инкубаторҙарҙа мал үрсетә. Йәш ғалимдар лаборатория шарттарында күҙәнәктән эмбриондар яралта. Һуңынан улар хужалыҡтарға оҙатыла. Шул рәүешле ҡураларҙа юғары етештереүсәнле, сирһеҙ, таҙа тоҡомло малдар барлыҡҡа килә. Республикалағы Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенә ингән лабораториялар эше менән БЮТ хәбәрселәре лә танышты.

Микроскоптар аҫтында яңы йән эйәһе ярала. Йәш ғалимдар һыйырҙың күҙәнәктәрен аталандыра. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә улар инкубаторҙарҙан әҙер эмбриондар ала. Ҡумталар эсенә урынлаштырылған видеокамералар аша улар яралғының үҫешеүен дә күҙәтә. Һуңынан был эмбриондар малға күсереп ултыртыла. Ошо рәүешле улар тоҡом таҙалығын, малдарҙың етештереүсәнлеген һаҡлап ҡала.

Быға тиклем күп кенә хужалыҡтар тоҡомло малдар һәм орлоҡто ла сит илдән һатып ала ине. Ләкин санкциялар малсылыҡ тармағына кәртәләр ҡуйҙы. Аграр университеты белгестәренең эш йүнәлеше был проблеманы хәл итеү мөмкинлеге бирә. Башҡортостанда барлыҡҡа килгән Евразия фәнни-мәғариф үҙәге лә тап ошо мәсьәләлрҙе яйға һалыу, фәнде үҫтереү һәм уны ҡулланышҡа индереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Айгөл дә күҙәнәктәр тикшерә. Өфө фәнни структура һәм функциональ геномика лабораторияһында кешенең мутацияға бирелеүсе гендарын асыҡлай. Һуңынан патогены булған күҙәнәктәр исемлеге төҙөлә. Был күрһәткестәр сирҙе алдан иҫкәртеү, дауалауҙы һөҙөмтәлерәк итеү мөмкинлеге бирә. Быға тиклем фундаменталь тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнһәк, хәҙер билдәле йүнәлештә эш алып барабыҙ, ти ғалимдар.

Быға тиклем дөйөм тикшеренеүҙәр алып барҙыҡ, Евразия фәнни-мәғариы үҙәгенә инеү менән беҙҙең алда аныҡ маҡсаттар билдәләнде. Хәҙер беҙ конкрет йүнәлеш буйнса эшләйбеҙ. Беҙҙең тикшеренү һөҙөмтәләре медицинала ҡулланышҡа инергә тейеш. Һөҙөмтәләр юҡ түгел. Һуңғы йылдарҙағы бер төркөм ғалимдар эҙләнеүҙәре яман шеште дауалауҙа ҡулланылған дарыуҙарҙы камиллаштырыу өсөн файҙаланылды.

Ирина Ғиләжева, Структура һәм функциональ геномика лабораторияһы баш фәнни белгесе

Донъяуи кимәлдәге үҙәк ҡанаты аҫтында ошондай 18 йәштәр лабораторияһы эшләй. Улар төрлө юҫыҡта фәнни эшмәкәрлек алып бара. Үҙәктең төп маҡсаты фән, мәғариф, бизнесты берләштереп юғары технологиялы продукция етештереүҙе яйға һалыу.

Һуңғы ике йылда ғына ошондай йәштәр лабораторияһы барлыҡҡа килде. Унда беҙ етәксеһе итеп йәш ғалимды һәм хеҙмәткәрҙәр ролендә студенттарҙы күрәбеҙ. Был йәш белгестәрҙең фәнни эшмәкәрлегендә ярҙам булһа, ә студенттарға һөнәри ориентир алыу мөмкинлеге лә бирә.

Наталья Латипова, Башҡортостан фәнни-мәғариф үҙәгенең идарасы компанияһы директоры

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең үткән йылдағы эшмәкәрлеге федераль үҙәктә лә юғары баһаланды. Мәҫәлән патенттар алыу 60 процентҡа арттырып үтәлгән, ә технологиялар эшләп сығарыу күрһәкестәре ңлекеке йылдарҙан 87 процентҡа үҫкән. Был үҙгәрештәр республиканың иҡтисади үҫешендә лә сағылыш табасаҡ.

Айнур Кәбиров