Өфөлә «Однажды в Башкортостане» фильмы төшөрөлә башланы

Романтик комедия Мәскәү кинокомпанияһы төркөмө менән берлектә ойошторола. Баш ҡаланан тыш фильм сәхнәләре Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендә, Нөгөш һыуһаҡлағысында, Торатау геопаркында төшөрөләсәк. Кинотаҫмаға республика театрҙары артистары ла йәлеп ителгән.

Комедия Рәсәй мәҙәниәт министрлығы субсидияһы ярҙамында донъя күрәсәк. Ҙур экрандарға «Однажды в Башкортостане» фильмы 2025 йылдың октябрь айында сығасаҡ тип көтөлә.