Рафиҡ Әхмәтшин: "Халыҡтың берҙәмлеге беҙгә көс өҫтәй"

БСТ-ла ҡунаҡта беҙҙең дәүер геройҙары. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған марафон үтә. Тура эфирға хәрбиҙәр, уларҙың яҡындары килә. “Башҡортостан фронтты һәм һалдаттарҙы бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә. Тылыбыҙ ышаныслы һәм ныҡ. Халыҡтың берҙәмлеге беҙгә көс өҫтәй”, - тип белдерҙе Журналист ҡушаматлы яугир.  Телерепортер Рафиҡ Әхмәтшин былтыр Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнө һәм алғы һыҙыҡҡа юлланды. Бөгөн ул “Башҡортостан” полкында хәрби бурысын үтәй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Оборона министрлығы ир-егеттәрҙе килешеү буйынса хәрби хеҙмәткә саҡыра. Хеҙмәттәшебеҙ, махсус хәрби операция яугире Бәйтулла Фәтҡуллин белдереүенсә, алғы һыҙыҡта төрлө һөнәр эйәләре кәрәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда хәрби контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр 1 миллион һумға етте. Республикала яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә 30 төр ярҙам сараһы ҡаралған. Килешеүгә ҡул ҡуйырға теләүселәр 117 телефоны буйынса шылтырата ала. Ситуация үҙәгенең телефоны: 122 йәки 8(347) 218-19-19.