Өфөнән Вадим Харисов Сәғүд Ғәрәбстанында химия буйынса халыҡ-ара олимпиадала ҡатнаша

Интеллектуаль форумға 90-дан ашыу илдән, шул иҫәптән Рәсәй вәкилдәре йыйылған. Ватаныбыҙ командаһында дүрт уҡыусы, шулай уҡ олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы уҡыусыһы, республика инженер лицей-интернатын тамамлаусы Вадим Харисов бар. Рәсәй делегацияһы составына химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров инде. Ҡатнашыусыларҙы ике тур көтә, теоретик һәм практик. Вадим Харисов химия буйынса бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында өс тапҡыр еңеүсе, халыҡ-ара Менделеев һәм Бөтә донъя олимпиадаларында алтын миҙал яуланы. Быйыл яҙ Ҡытайҙа халыҡ-ара менделеев олимпиадаһында иң яҡшыһы була.

Сығарылыш уҡыусыһына быйыл йәй ҡайҙа уҡырға инеү мәсьәләһен хәл итергә тура киләсәк. Әлегә егет Өфөлә ҡалырға теләүен белдергән. Был ҡарар унда халыҡ-ара кампус буйлап экскурсиянан һуң нығынған. Июндә Башҡортостан башлығы бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар менән осрашты. Быйыл республикала еңеүселәр һәм призерҙар һаны - 52 кеше. Был биш йыл элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк.