Йыл аҙағына тиклем Өфөлә «Башҡорт ихаталары» республика программаһы ярҙамында 33 күп фатирлы йортто үҙ эсенә алған 10 ихата биләмәһе яңыртыласаҡ. Әле Киров районында эштәр ике объектта алып барыла. «Башҡорт ихаталары» программаһы төбәктең байтаҡ райондарында уңышлы тормошҡа ашырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Степан Кувыкин урамына ҡараған ихатала төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында. Эшселәр биш күп ҡатлы йорт алдына асфальт-бетон өсөн ҡырсынташ түшәй. Ошо көндәрҙә «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса бында балалар майҙансығы тәртипкә килтерелгән. Ихатала ял урыны Өфөнөң 450 йыллығына арнап махсус эшләнгән.
«Башҡорт ихаталары» программаһы республикала киң билдәле төҙөкләндереү проекты. Модернизацияға ярашлы, биләмәлә балалар майҙансығы яңыртыла, парковка киңәйтелә, асфальт һалына һәм яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырыла. «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә шулай уҡ ихатаға видеокүҙәтеү ҡоролмаларын урынлаштырыу ҙа ҡаралған.
Ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһы Башҡортостанда 2019 йылдан республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырыла. Биш йыл эсендә 1300-ҙән ашыу ихата төҙөкләндерелгән. Быйыл апрелдә уҙған «Управдом» форумы ултырышында төбәк етәксеһе, «Башҡорт ихаталары» программаһы ауылдарҙа ла дауам ителәсәк, тип белдерҙе.
Дөйөм алғанда, быйыл республика программаһы буйынса 143 ихатаны төҙөкләндереү ҡаралған. Ихаталар берҙәм проект буйынса тәртипкә килтерелә. Асфальт ҡатламын яңыртыу, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар булдырыу, тирә-яҡты йәшелләндереү һәм башҡа эштәр. Башҡорт ихатаһының төп маҡсаты - халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу.
Флорида Ким