Башҡортостанда еңел сәнәғәт предприятиелары етештереү ҡорамалдарын һатып алыуға субсидиялар ала

Башҡортостанда еңел сәнәғәт предприятиелары етештереү ҡорамалдарын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар ала. Был маҡсатта республика бюджетынан 50 миллион һум аҡса бүленгән. Уларҙы туҡыу һәм тегеү производстволары, күн изделиелар етештереү менән шөғөлләнгән компаниялар ала ала. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Башта туҡыма һайлана, һуңынан уны һатып алалар, артабан констркуторҙарға һәм дизайнерҙарға тапшыралар. Ошо цехта туҡыма һанлы автоматтарҙа тейшле формаларға киҫелә. Тегеү цехы иң һуңғы этап. Был уҡыусыларға мәктәп формаһы, махсус хәрби операция яугирҙары өсөн йөк тейәү сумкалары һәм жилеттарын етештереүҙең стандарт этаптары.

Зөлфирә Ғәзизова еңел сәнәғәт тармағында тиҫтә йылдан ашыу тырышып хеҙмәт итә. Тәжрибә туплау менән уның ҡарамағындағы тегеү цехтары ла артҡан. Уларҙың береһе Өфөлә, ә икенсеһе Талбазыла асылған. Өсөнсө цех тиҙҙән Өфө районы Зубов ауылында эш башлаясаҡ.

Тегеү предприятиеһы етештергән форма республиканың 38 районы мәктәптәрендә ихтыяж менән ҡулланыла. Фабрикала тик тәбиғи туҡымалар ғына ҡулланыла. Шулай уҡ етештереүгә һатып алынған материалдар һәм ҡорамалдар сығымдарының бер өлөшө ҡаплана.

Тегеү фабрикаһында Шайморатов кластарына мәктәп костюмдарынан тыш ялан шарттарында кейеү өсөн еңел формалар ҙа тегә башлағандар. Ялан формаһы баш кейеменән, курканан һәм салбарҙан тора. Уны тегеү өсөн сифатлы туҡыма ҡулланыла.

Башта мәктәп формаһының сигнал экземлярын уҡыусылар үҙҙәре кейеп йөрөп ҡарай. Был осорҙа кейемдә ҡулланылған материалдың ныҡлығы төрлө яҡлап тикшерелә. Етди һынау үткәндән һуң ғына мәктәп костюмы өлгөләре тегеү производствоһына алына.

Былтыр «Легпром» еңел сәнәғәттең 4-се форумында Радий Хәбиров тап ошо тармаҡтың Башҡортостанда алып барылған дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булыуын билдәләне.

Өфөнөң тағы бер ҙур «С-Принт» компанияһы 10 йылдан ашыу спорт кейеме етештерә. Тап ошо компанияға баш ҡала юбилейына футболкаларҙың яңы дизайнын эшләү бурысы йөкмәтелгән. Уларҙа Өфө символы-һыуһар һүрәтләнәсәк. Күптән түгел ойошма туҡымаларҙы асыу өсөн яңы лазер станогы һатып алған. Заманса ҡорамал эште күпкә тиҙләтәсәк тип күҙаллана. Уны һәм материалдар һатып алыуға өс йыл эсендә производствоға 5 миллион һум күләмендә субсидия бирелгән.

Беҙгә субсидиялар бүленә. Тәүге йылда беҙгә ҡорамалдар өсөн субсидия бүлделәр, беҙ теген машиналарын, оверлоктарҙы яңыҡттыҡ. Ә икенсе йылына беҙгә материал өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапланылар.Быйыл иһә беҙ лазер һатып алдыҡ.

Елена Бабенко, производство етәксеһе

Башҡортостандың еңел сәнәғәт тармағы 300-гә яҡын предприятие һәм шәхси эшҡыуарҙы берләштерә. Импортты алмаштырыу, яңы кадрҙар йәлеп итеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыу улар алдында торған төп бурыстарҙың береһе . Был маҡсатта дәүләт ярҙамы саралары уңышлы тормошҡа ашырыла.

Гүзәл Борханова