Баймаҡ районында Башҡортостанды йәмәғәт палатаһы менән 2-се осрашыу үтте

Күсмә ултырышта уның рәйесе Данияр Абдрахманов, бер төркөм йәмәғәт ағзалары ҡатнашты. Осрашыу урындағы ойошма рәйесе Рим Йәнбирҙиндың халыҡтан килгән һорауҙар буйынса отчеты менән башланды. Баймаҡ йәмәғәт палатаһы составында 15 кеше тора. Улар халыҡты район хакимиәте бинаһының беренсе ҡатында ҡабул итергә әҙер.

Бөтә мәсьәләләрҙе йәмәғәтселәр үҙ контроленә ала. Күптәрҙе юл проблемаһы борсой, ҡайһы бер ауылдарға күпер яңыртыу көнүҙәк мәсьәлә. Ҡала эсендәге автобустарҙа “Алға” картаһының эшләмәүе, туҡталыштар, дарыу, сифатлы һәм уңайлы медицина ярҙамын алыу кеүек тә һорауҙар күтәрелде.

Баймаҡ районында йәмәғәт палатаһы эшләй башланы. Халыҡтың был турала хәбәрҙар булыуы мөһим. Бар мәсьәләләр ҙе тиерлек сисергә мөмкин, хатта быны урындарҙа еңел генә хәл итергә була. Бер үк ваҡытта ҡатмарлы булған юлдар һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү кеүек һорауҙар ҙа бар. Әммә был мәсьәләләр ҙә планда ҡаралған һәм беҙ пробелемаларҙың ҡайһы берҙәре яҡын киләсәктә хәл ителәсәгенә инандыҡ.

Данияр Абдрахманов, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе

Йәмәғәт палатаһы - диалог майҙансығына әүерелергә тейеш. Уның төп бурыстарының береһе - үҙ-ара эш итеү һәм мәғлүмәтте еткереү, граждандарҙың йәмәғәт һәм дәүләт институттарына ышаныс кимәлен нығытыу һәм партнерлыҡ булдырыу. Шулай уҡ ойошма коммерцияға ҡарамаған учреждениеларҙың проекттарын президент гранттары конкурсына тәҡдим итергә ярҙам итә. Баймаҡта үткән осрашыу аҙағында ошо йәһәттән дә уҡыуҙар үтте.

Рүзилә Ғүмәрова