Өфө һөт заводы продукцияһы Рәсәйҙә етештерелгән ҡаптарға тултырыла башланы

Күләмле предприятиела ҡаптарҙы яңыртыу милли программа сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Быға тиклем һөт, йогурт, ҡаймаҡ полиэтилен ҡаптарҙа һаҡланһа, хәҙер уңайлы шешәләргә күсерелә. ПЭТ ҡаптарҙан тыш, Өфө һөт заводында йогурттарҙың яңы төрҙәре етештереү эше яйға һалынған. Кибет кәштәләренә барып еткәнсегә тиклем йогурттар тикшерелә һәм рәсми теркәү үтә. Әле заводта тәүлегенә 180 тонна һөт продукцияһы етештерелә.