Учалыла Рим Юнысовтың 70 йыллығына арналған шәхси күргәҙмә асылды

Ҡыл ҡәләм аша башҡорт тарихын яҙған шәхес. Учалы ҡалаһында Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы Рим Юнысовтың 70 йыллығына арналған шәхси күргәҙмә асылды. Улар аша килгән халыҡ тотош республика тарихын барлай ала. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Рим Юнысовтың ижади эштәре айырым кеше яҙмышын ғына түгел, тотош республика тарихын күҙ алдына баҫтыра. Улар аша хатта ауыл йылъяҙмаһын да бараларға мөмкин. Белорет районында тыуып-үҫкән Рим Әхмәт улы башланғыс белемде Сермән ауылында ала, һуңынан Магнитогорск дәүләт педагогия университетының худграфын тамамлай. Учалы сәнғәт мәктәбендә эшләй, Сибайҙа башҡорт сәнғәт мәктәбен һәм Урал аръяғы рәссамдарының «Самрау» йәмәғәтен булдырыуға тос өлөш индерә.

Үҙенсәлекле техника менән яҙылған картиналар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Килгән халыҡ һәр эштең нескәлегенә төшөнөргә тырышты. Әйткәндәй, шәхси коллекция ижадсының тормош иптәше Сәлимә Юнысовала һаҡлана. Тап уның тырышлығы ярҙамында рәссамдың хеҙмәттәре халыҡҡа сығарыла. Сөнки, тәҡдим ителгән эштәр араһында билдәһеҙ булғандары ла күп.

Рим Юнысовтың ижади эштәре бөгөн Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Белорет картиналар галереяһында, Асы ауылындағы Арыҫлан Мөбәрәков музейында һаҡлана. Шулай уҡ Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең шәхси коллекцияларында ла урын алған. Әйткәндәй, Рим Әхмәт улының заманында Приморье крайында, Саха республикаһы һәм Ханты-Манси автономиялы округында уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген дә алып барған. Тап ижадсының киң яҡлы хеҙмәте тотош ил кимәлендә танылыу килтерә.

Ә инде шәхси күргәҙмә Учалы ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында таныша ала. Экспозиция сентябрь урталарына тиклем эшләй.

Азат Ғәлиуллин