Башҡортостан 14 милли проектта ҡатнаша

Рәсәй Президенты башлап ебәргән милли проекттар маҡсаттарыбыҙҙы аныҡ билдәләй һәм уларға өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бирә. Башҡортостан 14 милли проектта ҡатнаша, уның сиктәрендә төбәк проекттары тормошҡа ашырыла.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуыныса, проектар төрлө өлкәләргә ҡағыла: мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт, экология, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм башҡалар. дөйөм алғанда, биш йыл эсендә, республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 172 миллиард һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән федераль бюджеттан 116 миллиард һумдан ашыу. Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар, поликлиникалар төҙөләр, юлдар ремонтлана, кешеләр авария хәлендәге торлаҡтан күсерелә, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндерелә.