Хәйбулла районында ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә «Юбилейный» карьерына ҡапыл һыу йыйылға

Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында предприятие етәкселеге артабанғы эшмәкәрлекте туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Һыу баҫыу хәүефе юҡ. Әле йыйылған һыуҙы һурҙырыу буйынса эштәр алып барыла. Осраҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министьрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы контролендә тотола. Синоптиктар иҫкәреүенсә, алдағы сәғәттәрҙә лә Көньяҡ Урал төбәктәренә көслө ямғырҙар яуасаҡ. Каспий циклоны һөҙөмтәһендә Силәбе өлкәһенең көньяғында айлыҡ яуым-төшөм нормаһының 70 проценты яуған.