Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» таныҡлығы алды

Яугирҙарға документтарҙы Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин менән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы. Ветеран статусын алыусылар араһында контракт төҙөгәндән һуң алғы һыҙыҡта тораҡ пункттарҙы азат итеүҙә ҡатнашып, ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ күп. Ҡайһы берәүҙәр махсус хәрби операцияға тиклем дә ил мәнфәғәттәрен яҡлап, ҡыҙыу нөктәләрҙе үткән. Хәрби тәжрибә туплап ҡайтҡан ир-егеттәргә тыныс тормошҡа ҡайтҡандан һуң эшкә урынлашыу мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк, күптәр эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә иҫәп тота. Барыһы ла үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшендә ҡатнашыу теләген белдерҙе.