Өфөнөң 13-cө ҡала клиник дауаханаһында заманса ҡорамалдар ярҙамында ҡатмарлы әмәлиәттәр яһала

Патология йәшәреп, киң таралған. Өфөнөң 13-cө ҡала клиник дауаханаһы табиптары билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың янбаш ағзалары төшөү осраҡтары артыуы күҙәтелә. Медицина учреждениеһында пациенттарға заманса ҡорамалдар ярҙамында ҡатмарлы әмәлиәттәр яһала. Сетка имплантын ҡулланып башҡарылған хирургия реконструкцияһы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина материалы.

Экран ярҙамында эске органдар ун-егерме тапҡырға ҙурайтып күрһәтелә, был операция барышында бәләкәй генә патологияны ла күреү мөмкинлеген арттыра. Әмәлиәт өҫтәлендә - 60 йәште үткән ҡатын, пациент янбаш ағзалары төшөүҙән ете йыл интеккән, өҫтәүенә түллегендә шеш табылған. Эндоскопия ысулы менән башҡарылған операцияның тәүге этабына ярашлы, һуңғыһы балаятҡы менән бергә киҫеп ташланды. Артабан хирургтар янбаш төбө реконструкцияһына тотондо.

Реконструкция-пластик операциянан һуң ҡорһаҡ ҡыуышлығы аша сетка импланты урынлаштырыла, ул янбаш төбөндәге бәйләүес аппаратын алмаштырып, каркас формаһын ала. Әмәлиәт ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мөһим һанала. Янбаш органдары төшөүгә бәйле рецидив осраҡтар кәмей.

Николай Никитин, Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһының гинекология бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты

Гинекология операцияларының 10 проценттан ашыуы янбаш төбө патологияһына бәйле. Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһында ла айына ике-өс тапҡыр сетка импланты ҡулланып хирургик реконструкция ойошторола. Тәүмаҡсат - ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу.

Янбаш төбө мускулдары көсһөҙләнеүе айырыуса репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙа йыш осрай. Патологияның киң таралыуы һәм йәшәреүе күҙәтелә. Сирҙе ваҡытында асыҡлар өсөн даими рәүештә табипҡа күренеп, медицина тикшеренеүҙәре үтергә кәрәк.

Никита Ишморатов, акушер-гинеколог

Сетканың оҙонлоғо 30 cантиметрҙан ашыу булһа, киңлеге ике-өс сантиметр, уны беркетеп ҡуйыу өсөн бер сәғәткә яҡын ваҡыт талап ителә. Янбаш төбө реконструкцияһы үткән пациенттар өс-биш көн стационарҙа табиптар күҙәтеүенә алына.

Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһында гинекология буйынса ошондай операциялар даими уҙғарыла. Былтыр 24 пациент юғары технологик медицина ярҙамы алһа, быйыл күрһәткес 30-ан күберәк булыр тип көтөлә. Белгестәр быны патологияның киң таралыуына бәйләй.

Гөлназ Хәйбуллина